автобиография


АВТОБИОГРАФИЯ
Мин, Муслухова Эльза Ринат ҡыҙы, 1990 йылдың 2 октябрендә Башҡортостан республикаһының Ағиҙел ҡалаһында тыуғанмын.
Минең атайым, Муслухов Ринат Әхийәр улы, - монтажсы. Минең әсәйем, Муслухова Лилиә Өлфәт ҡыҙы – аш бешереүсе.
1998 йылда 2-се дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый башланым, 2000 йылда Башҡорт гимназияһына күстем һәм уны 2008 йылда тамамланым. Уҡыу барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре менән ҡыҙыҡһындым. Ҡала кимәлендә призлы урындар алдым, республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларда ҡатнаштым.
2008 йылда Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалы гуманитар факультетының филология бүлегенә уҡырға индем. Хәҙерге көндә 4 курста уҡыйым.
Телдәр менән ҡыҙыҡһынам, төрөк теле курстарына йөрөйөм. Буш ваҡытымда китап уҡырға яратам.
Минең адрес: Нефтекама ҡалаһы, Комсомол урамы, 42 йорт, 41 фатир.
2012 йыл 11 май

Приложенные файлы

  • docx 1763967
    Размер файла: 12 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий