Кеск?й??р т?рк?м?нд? Я?ы йыл ирт?леге сценарийы


Кескәйҙәр төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге сценарийы
“ Ҡыш бабайҙың тылсымлы һандығы”
(Музыка аҫтында балалар бүлмәгә инә.)
Алып барыусы :Бәләкәстәр , ҡарағыҙ әле , беҙгә бөгөн шыршыҡай урмандан ҡунаҡҡа килгән .Шыршыҡай – ҡупшыҡай ниндәй матур !Уйынсыҡтары ҡайһылай күп ,күҙҙең яуын алып , ялтырап торалар ! Әйҙәгеҙ , шыршыны тирәләй йөрөп ҡарап сығайыҡ әле.
(Балалар шыршыны тирәләй йөрөп ҡарап сығалар ).
Алып барыусы : Беҙҙә бөгөн байрамға килгән ҡунаҡтарҙың күп булыуы ла күңелде шатландыра .Әсәй – атайҙарға , килгән ҡунаҡтарға боролоп “сәләм” әйтәйек әле .Барығыҙҙы ла : олоһон – кесеһен дә байрам менән ҡотлайбыҙ .Һәммәгеҙгә лә
ғаилә именлеге , сәләмәтлек теләп ҡалабыҙ .Ә хәҙер ,бәләкәстәр , матур шыршыбыҙҙы уртаға алып , йыр йырлап ишеттерәйек әле .
Йыр “Шыршы ҡупшы кейенгән “
(Аяҡ аҫтында ҡар шығырлаған тауыш ишетелә )
Алып барыусы : Ҡыҙҙар , малайҙар , тыңлағыҙ әле ,ҡар шығырлай ,беҙгә кемдер ашығып – ашығып килә шикелле !Кем булыр икән ?
(Ҡарһылыу инә , ҡулында кескәй һандыҡ )
Ҡарһылыу : Һаумыһығыҙ , бәләкәстәр ! Мин урман ситендәге аҡланда ,бәләкәс кенә өйөмдә йәшәйем .Исемем минең Ҡарһылыу ,ә бөтә Ҡар бөртөктәре – минең кескәй иркәләрем .Әле Ҡар бөртөктәре: “Кескәйҙәр байрамға йыйылған”- тип миңә хәбәр итеү менән, һеҙҙең янға ашыҡтым .Буш ҡул менән килмәнем , һеҙгә Ҡыш бабайҙың тылсымлы һандығын да алып килдем.Ә быныһы инде һандыҡтың асҡысы булыр ( алһыу таҫма бәйләнгән асҡысты күрһәтә ).Ҡыш бабай был асҡысты ныҡ һаҡларға , береһенә лә бирмәҫкә , юғалтмаҫҡа ҡушты .Ә хәҙергә асҡысты ошонда , береһенең дә буйы етмәгән ергә элеп ҡуяйыҡ әле.( асҡысты шыршыға элә ) .Тс-с-с ! (балаларға мөрәжәғәт итә ) Береһенә лә әйтмәң йәме !( һандыҡты иҙәнгә , шыршы аҫтына ҡуя ).
(Музыка яңғырай , бүлмәгә хәйләкәр Төлкө инә )
Төлкө : Уф ,хәлем бөттө ,эй йүгерҙем ,эй ашыҡтым ! Һеҙҙең янға тиҙерәк килеп етергә тырыштым !Ҡыш бабай һеҙҙе урманда көтәм тип әйтергә ҡушты .Бар ,йүгереп кенә барып әйт ,балалар урманға килһендәр ҙә мин уларға тәмле – тәмле кәнфиттәр , шоколадтар ,чупыс бирәм тине.М-м-м !(иренен ялап ,эсен һыйпап ҡуя )
Алып барыусы : Ә ниңә ҡыш бабай үҙе беҙгә килмәй һуң ?
Төлкө : Һу-у-у! Уның эше вообще күп , туда – суда йөрөргә бушамай ул !
Алып барыусы : Һин Төлкө беҙҙе алдамайһыңмы ,дөрөҫөн һөйләйһеңме ?
Төлкө : Дөп – дөрөҫөн һөйләйем (үҙе әкрен генә һандыҡҡа яҡынлаша ),сәпсим – сәпсим алдамайым.Ә был һандыҡтың эсендә нимә ул ?
Ҡарһылыу : Сер! Һиңә әйтмәйбеҙ!
Төлкө : ( асыуланып , аяғы менән иҙәнгә тибә ).Әле һеҙ минән нимәлер йәшерәһегеҙме әле !Бөгөндән башлап ,һеҙ байрамға шыршыны түгел ,ә мине көтөрһөгөҙ !Уйынсыҡтар менән шыршыны түгел , ә мине биҙәрһегеҙ ! Минең тирәләй әйләнеп йырҙар йырларһығыҙ!(йүгереп килеп асҡысты ала ла, ҡаса )
Ҡарһылыу : Ай ,ай ,ай!Төлкө ,туҡта ,теймә асҡысҡа !
Алып барыусы : Ну ,Төлкө ,алдап ҡасты бит (балаларға ҡарап ) Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде ?Байрам булмаймы инде хәҙер ?Ҡыш бабайға нимә тип әйтәбеҙ инде ?(балаларҙың яуаптарын тыңлайбыҙ )
Ҡарһылыу : Мин Төлкөнөң эҙе буйлап барып , асҡысты табып килтерәм .(балаларға )Һеҙ ҙә минең менән бараһығыҙмы ?
Балалар : Әйе !
(Алып барыусы , Ҡарһылыу ,балалар шыршы тирәләй йөрөйҙәр ,маршировать итеп булырлыҡ көй ҡуйыла ).
Алып барыусы : Бында юл яҡшы ,атлайбыҙ ,юлдан ситкә сығып китмәйек ,ҡарап ҡына атлаң. (маршировать итәләр ).
Бына был тирәлә ҡар өйөлгән ( тубыҡтарҙы өҫкә күтәреп атлап алалар ).
Юл тағы ла яҡшырҙы (маршировать итәләр ).
Ҡарһылыу : Тс-с !Төлкө килә !Әйҙәгеҙ ҡастыҡ ( шыршы артына ҡасалар ).
Төлкө : (асҡысты һелтәй-һелтәй килә ,кәйефе яҡшы ).Трә- лә лә !Асҡыс миндә ,(шыршы төбөнә соҡор ҡаҙый ҙа, асҡысты күмеп ҡуя),әлегә ошонда йәшереп торайыҡ !Береһе лә тапмаясаҡ !
Ҡарһылыу : Нимә эшләйек икән ?Төлкөнән нисек кенә асҡысты алайыҡ ?
Алып барыусы : Балалар ,әйҙәгеҙ беҙ Төлкө апайҙы ҡурҡытайыҡ !
Ҡыҙҙар һеҙ көсөк булып өрөгөҙ ,ә малайҙар һунарсы бабай кеүек мылтыҡтан атһындар .
(балалар тауышлана )
Төлкө: Ой ,ой,ой !Мин көсөк менән мылтыҡлы бабайҙарҙан ныҡ ҡурҡам ул !Мине улай ҡурҡытмағыҙ !Мәгеҙ , мин асҡысығыҙҙы кире бирәм , тик мине лә байрамда ҡалдырығыҙ әле минең дә һеҙҙең янда булаһым килә. (Ҡарһылыуға асҡысты бирә).
Ҡарһылыу : Төлкөбикә ҡалһынмы беҙҙең менән ?
Балалар : Эйе !
Төлкө : Рәхмәт!
Ҡарһылыу : Әйҙәгеҙ ,тылсымлы һандыҡты асып ҡарайыҡ әле ,нимәләр бар икән ?
Ой ,бында ҡар бөртөктәре ята икән дә ,әйҙәгеҙ ,ҡыҙҙар ,ҡар бөртөктәре менән бейеп алайыҡ әле.
( ҡыҙҙарға ҡар бөртөктәре таратыла )
“Ҡар бөртөктәре” бейеүе
Төлкө :Бигерәк килештереп бейенегеҙ ҙә ,афарин !
Ҡарһылыу : Ҡайҙа ,мин тағы ла тылсымлы һандыҡты асып ҡарайым әле ,нимәләр бар икән ?
Төлкө : Ой ,бында бит шалтырауыҡтар .Әйҙәгеҙ ,уйнап алайыҡ әле .
Уйын ”Яңы йыл оркестры ”
(балалар түңәрәктә тора ,ҡулдарында шалтырауыҡтар .Төлкө түңәрәк уртаһында ,ул-дирижер .
Музыка А – бөтә балалар ҙа шалтырауыҡтарын шалтыраталар,Төлкө дирижировать итә.Музыка бөтөүгә бөтәһе лә шалтырауыҡтарын иҙәнгә һалалар.
Музыка -балалар түңәрәктә йүгерәләр,Төлкө сәпәкәй итеп тора .Музыка бөтөүгә барыһы ла шалтырауыҡтарын ҡулға ала ,Төлкө лә алып ҡалырға тырыша ,тик өлгөрмәй ҡала.Уйын тағы ҡабатлана.)
Төлкө : Һай , маладистар, бигерәк йылғыр икәнһегеҙ !
Алып барыусы :Эйе ,беҙ шундай шәпбеҙ ул,эйеме ?Ҡыҙҙар ,малайҙар ,беҙ бит Ҡыш бабайҙы көтәбеҙ ,шулаймы ?
Балалар :Әйе !
Алып барыусы : Ә ҡайҙа һуң Ҡыш бабай ?Ниңә һаман килмәй икән ,әллә аҙашып йөрөймө икән берәй ҡайҙа ?Әйҙәгеҙ ,бергәләп саҡырайыҡ ,ата – әсәләр һеҙ ҙә булышығыҙ ,тауышты ишетеп хәҙер килеп етер. ( бергәләп ҡысҡыралар )
Алып барыусы : Ишетмәне шикелле ,әйҙәгеҙ тағы ла нығыраҡ ҡысҡырып ҡарайыҡ .
Ҡарһылыу : Сеү ,балалар ,ҡысҡырмағыҙ !Ҡыш бабай күптән килеп һеҙҙе ҡарап ултыра бит, күрмәйһегеҙме ни ?Бына ул !( шыршы аҫтынан уйынсыҡ Ҡыш бабайҙы алып күрһәтә )
Алып барыусы : Ә ниңә Ҡыш бабай бәләкәй генә ?
Ҡарһылыу : Ҡыш бабайға бүлмәлә эҫе булған да ,ул ,күрәһең ирегән.
Алып барыусы : Ә беҙгә бәләкәс кенә ҡыш бабай кәрәкмәй ,беҙгә ысын Ҡыш бабай кәрәк ,эйеме , балалар ?
Ҡарһылыу : Күҙҙәрегеҙҙе ныҡ итеп йомһағыҙ, мин уйынсыҡ ҡыш бабайҙы ысын бабайға әйләндерәм .Тик күҙҙәрегеҙҙе ныҡ-ныҡ итеп йомоғоҙ ҙа ,асып ҡарамағыҙ ,атыу тылсым барып сыҡмаясаҡ.
(музыка ҡуйыла )
Ҡарһылыу : Бер,ике ,өс ,тылсымлы таяҡта көс!Уйынсыҡ бабай ысын Ҡыш бабайға әйләнһен !
(Сюрприз момент.Балалар күҙҙәрен йомоп торған арала уйынсыҡты йәшерәбеҙ ҙә ,балаларҙың иғтибарын тәҙрәгә йүнәлтәбеҙ.Тәҙрәнән ысын Ҡыш бабайҙың килгәне күренә )
(музыка аҫтында бүлмәгә ҡыш бабай килеп инә)
Ҡыш бабай : Һаумыһығыҙ ,минең бәләкәстәрем :ҡыҙҙарым ,уландарым !Һеҙҙең янға ашығып килеп еттем (һәр баланың баштарынан һыйпап,арҡаларынан һөйөп сыға ).
Алып барыусы : Ҡыш бабай ,ә беҙҙең һине нисек һағынғанды белһәң икән һин !Оҙаҡ – оҙаҡ көттөк бит һине ,шулаймы ,балалар ?
Ҡыш бабай : Шыршығыҙ бигерәк матур икән ,ә ниңә уттары янмай ?Әйҙәгеҙ бергәләп шыршыныла уттар ҡабыҙайыҡ .Бергәләшеп “Бер ,ике ,өс!” тип сәпәкәй итһәк ,уттар ҡабынып китер ул (сәпәкәй итәләр ,тик уттар ҡабынмай). Тәк ,былай барып сыҡманы.Әйҙәгеҙ ,улайһа шыршыбыҙға йылы тыныбыҙҙы өрөп ҡарайыҡ ,бәлки шыршы өшөгәндер ( бергәләп өрәләр , шыршыла уттар ҡабына ).
Ҡыш бабай : Һеҙҙең менән уйнап та алаһым килә бит әле .Әйҙәгеҙ ,мин хәҙер һеҙҙең ҡулығыҙҙы өшөтөргә тырышам ,ә һеҙ ҡулдарығыҙҙы йәшерегеҙ (танауҙарҙы ,аяҡтарҙы йәшерәләр ).
( Балалар түңәрәккә тора )
Уйын «Туңдырам !»
Алып барыусы :Ҡыш бабай ,бергәләп бейеп тә алайыҡ әле .
(күңелле заманса көй ҡуйыла ,бергәләп бейейҙәр )
Ҡыш бабай : Уф-ф ,арыным! (ултырғысҡа ултыра )
Алып барыусы : Ҡыш бабай ,әҙерәк хәл алһын ,ә беҙ уға шиғырҙарыбыҙҙы һөйләп ишеттерәйек .
(шиғырҙар һөйләү )
Ҡарһылыу : Олатай ,һин шундай шәп ,матур итеп йырлаған ,бейегән балаларға бүләк килтерергә онотманыңмы?
Ҡыш бабай :Юҡ ,юҡ онотманым ,ҡайҙа ҡыҙым ,тылсымлы һандығымды бир әле бында (һандығыҡтан йомғаҡ ала ).Тылсымлы йомғағым ,Төлкөбикәгә юл күрһәт әле ,алып килһен бүләктәрҙе (йомғаҡты прихожий яғына тәгәрәтә , Төлкө шул яҡтан мишәкте алып керә ) .
(бүләк таратҡанда әкрен генә музыка ҡуйыла)
Алып барыусы : Балалар ,Ҡыш бабайға бүләктәре өсөн рәхмәт әйтәйек.
Ҡыш бабай :Һау булығыҙ ,аҡыллы ,ҙур булып үҫегеҙ ,ата –әсәйҙәрегеҙҙе тыңлап ҡына тороғоҙ.(хушлашып сығалар )

Приложенные файлы

  • docx 4851516
    Размер файла: 19 kB Загрузок: 0

Добавить комментарий